-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июнь 2025, 10:20

"Ҡала тренеры»да ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә

Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы.  Спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошо  турала хәбәр итте. Һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла.

"Ҡала тренеры»да ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә
"Ҡала тренеры»да ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә

«Аҡсаны торлаҡ (йорт йәки фатир),  ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин», — тип билдәләне ул.

Ғаризаларҙы спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығында тапшырырға мөмкин (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә). Талап ителгән документтар исемлеге ведомство сайтында баҫылған.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас