Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың 7 июлендә Илназдың ҡулдары ҡеүәтле электр тогына һуғылғайны. Малайҙар менән уйнағанда туп трансформатор щитына барып ҡыҫыла. Илназ аны алырга үрелгәндә, көслө ток разрядына эләгә. Ҡыҙғанысҡа, табиптар токтан бик ныҡ зыян күргән ҡулдарын ҡотҡарып ҡала алмай. Илназға бик күп һынауҙар үтергә тура килә. Ҡулдарын иңбашҡа тиклем ампутациялау һәм ботонан тире күсереп ултыртыу буйынса алты ҡатмарлы операция үткәрә. Әммә үҫмер бирешмәне, үҙен ысын ир-егет итеп күрһәтте, бар ауырлыҡтарҙы ла лайыҡлы үткәрҙе. Уға ғаиләһе, шулай уҡ Рәсәйҙән генә түгел, донъяның башҡа илдәренән лә битараф булмаған кешеләр ярҙам итте.
Бөгөн иһә, батыр егет үҙенең еңеүҙәре менән бөтәһен таң ҡалдыра. Афарин, Илназ!