«Был еңеү генә түгел, ә һөнәри оҫталыҡты, эшкә тоғролоҡто һәм уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа һәм төрлө яҡлы үҫешкә илһамландырыу һәләтен таныу. Ә алда – яңы бейеклектәр! Радик Ғәбделмалик улы «Беренселәр саҡырыуы» проектының финалында ҡатнаша, унда илдең иң яҡшы уҡытыусылары һәм тренерҙары йыйыла. Был иһә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль мөмкинлек, районыбыҙ өсөн яңы перспективалар», — тип яҙа Муниципалитет башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.