- Беҙҙең марафон йыл һайын 10 меңдән ашыу кешене йыйған ҙур спорт байрамына әүерелде. Ярышта иң өлкән ҡатнашыусыға-82 йәш, иң бәләкәйенә 6 ай. Йүгереүселәрҙең береһе бөгөн 78 йәшен билдәләй! Спорт төрлө быуындарҙы берләштерә һәм сәләмәт киләсәккә нигеҙ, – тип мөрәжәғәт итте ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Андрей Назаров.
Өфө халыҡ-ара марафонында спортсылар 2 километрҙан 42 километрға тиклемге араны һайлай алды. Бынан тыш, программала 600-ҙән ашыу бала йүгереп үткән старттар була. Быйыл ярыштарҙа билдәле футболсы, Рәсәй йыйылма командаһының элекке ағзаһы Алексей Смертин, шулай уҡ еңел атлетика буйынса ил чемпионы Юрий Чечун ҡатнашты.
Марафон дистанцияһында ғәҙәттәгесә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та йүгерҙе.
-11 йыл рәттән Өфө бөтә илдән йүгереүселәрҙе йыя. 2015 йылда 2,5 мең кешенән башланыҡ, ә бөгөн финишҡа Рәсәйҙең 42 төбәгенән 10 меңдән ашыу ҡатнашыусы килде. Кешеләр төрлө дистанциялы трассаларға сыға. Был атмосфера йәнә бер тапҡыр республика Рәсәйҙең спорт төбәге булыуын иҫбатлауы хаҡында һөйләй, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йүгергәндән Һуң Андрей Назаров.
Фото: ufa.mk.ru
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-07/f-l-haly-ara-marofon-tte-4377721