-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар , 15:05

Һеҙҙә боҙ бешерәләрме?

Эйе, эйе, яңылыш түгел, нәҡ боҙҙо бешерәләр. Беләһегеҙме, боҙҙо туңдырмайҙар, өҫтөн һыу ҡойоп та ҡатырмайҙар. Уны бешерәләр. Сириуста (был спорт объекттары, мәктәп, вокзалы, отельдәре һ.б. инфраструктуралы Сочиҙағы беренсе федераль территория) боҙҙан объекттар күп, шулай уҡ был ҡатмарлы эштең белгестәре лә етерлек. Хоккей, фигуралы шыуыу, керлинг, бобслей өсөн майҙансыҡтар нимәһе менән үҙенсәлекле?

Һеҙҙә боҙ бешерәләрме?
Һеҙҙә боҙ бешерәләрме?

Рәсәй 2014 йылғы Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын алғас, илдә бындай кимәлдәге ярыштар өсөн яҡшы боҙ әҙерләү тураһында уйланалар. Бындай технологияларҙың үҫеш тарихы Мәскәүҙәге конькиҙа йүгереү үҙәге булған Крылатскийҙан башлана. Унда аренала эшләүгә ғалим-практиктарҙы йәлеп итәләр. Улар эҙләнеүҙәрҙе ике лагерға бүлеп башлай: берәүҙәр боҙ барлыҡҡа килеү физикаһына, икенселәре уның характеристикаһын яҡшыртыу өсөн химик берләшмәләргә баҫым яһай. Ғәмәлдә беренсе төркөм үҙен яҡшыраҡ күрһәтә.

Боҙҙоң алты ҡырлы кристалл рәшәткәһе һәм идеаль структураһы бар. Ваҡыт үтеү менән ул тәбиғи рәүештә тығыҙлана, бөтә дефекттар өҫкә сыға һәм уның сифаты ла үҙаллы күтәрелә. Һыу ни тиклем таҙараҡ булһа, боҙ шул тиклем яҡшыраҡ сифатлы була. Шуға күрә бөтә ҙур объекттарҙа ла һыуҙы ҡушылмаларҙан һәм тоҙҙарҙан таҙартыу системаһы ҡулланыла.

 «Яһалма» боҙ тәбиғи боҙҙан нимәһе менән айырыла?

Технолог-боҙ бешереүсенең бурысы - сифатлы һәм йөкләнешкә максималь сыҙамлы боҙ булдырыу. Һуңынан кәрәкле температураны һаҡлау. Һәр спорт төрө өсөн улар айырым, бынан боҙҙоң ҡатылығы һәм, шуға ярашлы, унда шыуыу техникаһы тора. Фигуристар иң йомшаҡ һәм йылыһын ярата - Цельсий буйынса минус 3,5-4,5 градус. Конькиҙа йүгереүселәрҙең шыуыуы өсөн, голланд белгестәре иҫбатлауынса, боҙҙоң оптималь температураһы -минус 7. Хоккейсылар өсөн бындай боҙ артыҡ туң иҫәпләнә, уларҙа киҫкен хәрәкәттәр һәм тормоз яһауҙар күп. Һыуыҡ боҙ нығыраҡ сарпалана. Унан ҡар онтағы күп сыға, был уйынсыларҙың да, шайбаларҙың да шыуыуын насарайта. Ә бик йылы боҙ ваҡыт үтеү менән бутҡаға әйләнә. Хоккейҙа оптималь температура - минус 5,5-6,5 градус.

Ябай ғына булып күренһә лә, боҙ ҡайнатыу - тотош фән. Һыу тураһында барыһын да белергә кәрәк. Әгәр ул етерлек кимәлдә таҙартылмаған икән, өҫкө йөҙө идеаль шыма килеп сыҡмай. Артыҡ туңдырһаң, йығылғанда йәрәхәтләнеү хәүефе ҙур. Әммә хатта бөтә технологияны белеү ҙә һәр ваҡыт оптималь һөҙөмтәгә гарантия бирмәй, йыш ҡына килеп тыуған хәл буйынса эш итергә тура килә. Яҡшы айсмейкерға физика буйынса бишле булыу, техника менән оҫта идара итеү һәм һыуыҡҡа сыҙамлы булыу ғына түгел, ә бик көслө физик көскә эйә булыу һәм, әлбиттә, үҙ эшен яратыу мөһим.

Һәр ҡытыршылыҡты күрергә кәрәк. Бөтә инструменттар менән эшләй белеү мөһим. Теләһә ниндәй трассаларҙы хеҙмәтләндерә һәм етди халыҡ-ара ярыштар өсөн боҙ яһай ала белгән юғары кимәлдәге белгестәрҙе донъяла бармаҡ менән һанап була

Универсаль арена хеҙмәткәрҙәре графикты дөрөҫ төҙөргә тырыша. Мәҫәлән, көндөң тәүге яртыһында йылы боҙҙа фигуристар күнекмәләр яһай, ә төшкө ашҡа уның температураһын төшөрөп, хоккейсыларҙы майҙанға сығаралар. Икенсе вариант та бар - боҙ бөтә спортсыларға ла яраҡлы булһын өсөн уртаса температура ҡуйыу.

Боҙҙо әҙерләү тураһында биш факт:

  • Фигуристар һәм хоккейсылар өсөн боҙҙо аҡ буяу менән буяйҙар, шул рәүешле һоро бетон япма аша күренмәй. Иретеүгә һирәк дусар ителгән ареналарҙа бетон плитаны тулыһынса буяйҙар.
  • Боҙҙо ҡатламдар менән тултыралар: тәүге ҡара (черновой), артабан буяулы ҡатлам, һаҡлағыс, разметкалы, тағы бер һаҡлағыс һәм өҫкөһө.
  • Боҙға махсус ҡорамалдарҙы туңдырырға мөмкин. Мәҫәлән, керлинг уйнағанда Hog line һыҙығының киҫешкәнен контролдә тотоу өсөн датчиктар йәки голдан һуң яҡтыртыласаҡ светодиод таҫма.
  • Майҙансыҡты бер тултырыу өсөн бер тоннаға яҡын һыу ҡулланыла һәм яҡынса өс кубометр ҡар ҡырҡыла.
  • Майҙансыҡты буяу өсөн бер юлы 240 килограмм ҡоро порошок рәүешендәге буяу китә, уға өс тонна һыу ҡушыла. Тулы аҡ төҫкә өлгәшеү өсөн боҙға дүрт-биш ҡатлам һалына.

 

Ни өсөн Боҙ бешереүселәр көнө 16 ғинуарҙа билдәләнә?

Был көндө Америка инженеры һәм эшҡыуары Фрэнк Замбони тыуған, ул 1949 йылда боҙ комбайн — ресурфейсер уйлап таба. Машина боҙ ҡойоусыларҙың эшен күпкә еңеләйтә, элек боҙҙо тергеҙеү буйынса бөтә процесс ҡул менән эшләнгән. Уйлап табыусының фамилияһы фамилияһы шундай машиналарҙың береһенең сауҙа маркаһының исеме булып китә.

Рәүилә Барҙыбаева.

Фото: © Сергей Бобылев/ТАСС

https://rukh.info/articles/m-ni-t/2026-01-16/16-fevral-bo-beshere-sel-r-k-n-4539387

Автор:
Читайте нас