+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март , 10:25

Донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

Өфө егете Артур Собханғолов донъяның иң яҡшы боксерҙарҙы халыҡ-ара рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Рейтинг BoxRec порталында баҫылған, тип хәбәр итә республиканың бокс федерацияһы.

Донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә
Донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

BoxRec порталы мәғлүмәттәре буйынса, Собханғолов Олимпия уйындары еңеүсеһе Энди Круз, донъяның көслө боксерҙары Лукас Бахди (Канада), Баходур Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡалаларҙы уҙып китеп, 10-сы урынды биләй. Артурҙың иҫәбендә – 11 еңеү (5-һе – нокаут). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 февралдә ул 10 раундлы алышта Верджил Виторҙы (Филиппин) техник нокаут менән еңде.

Артур Собханғолов киләһе алышты 25 апрелдә Өфөлә үткәрә.

Автор:
Читайте нас