-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
20 Ғинуар , 16:05

Флешмобта ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 90 йыл тула. Ошо уңайҙан 12 ғинуарҙа Салауат районында флешмоб иғлан ителде. Ул шағирҙың тыуған көнөнә - 12 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Флешмобта ҡатнашығыҙ!
Флешмобта ҡатнашығыҙ!

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Рәми Ғарипов ижадына ҡарата иғтибарҙы арттырыу, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү флешмобтың төп маҡсаты булып тора. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн шағирҙың ниндәй ҙә булһа шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк. Видеоны үҙегеҙ теләгән программала әҙерләргә мөмкин, мәҫәлән, Windows киностудияһы (Windows Movie Maker). Оҙонлоғо 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. Һәр видеояҙманың башында «инеш кадр» булыу мотлаҡ. Бында шиғырҙың исеме яҙыла. Шулай уҡ ҡатнашыусының һәм видео авторының исем-шәрифен, уҡыған (эшләгән) урынын, материалдарҙың сығанаҡтарын (фотоһүрәт, тауыш, видеояҙма һ.б.) күрһәтергә кәрәк. Эштең тышҡы матурлығы түгел, ә кешенең әҫәрҙе күңелен биреп, тасуири уҡыуы иҫәпкә алынасаҡ.

Материалдар [email protected] электрон почтаһында ҡабул ителә.

Фото: ВКонтакте

https://yanshishma.com/news/novosti/2022-01-19/haly-sha-iryna-arnal-an-fleshmobta-atnashy-y-2659652

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в