Советтар Союзында был туңдырма 1937 йылда сығарыла башлай һәм халыҡтың иң яратҡан ризығына әйләнә. Мәскәүҙә уны һатып алыр өсөн кешеләр бер нисә сәғәттәр буйы сиратта торған. Әлбиттә, ул осорҙа туңдырма ла телеңде йоторлоҡ тәмле була, ысын һөттән эшләнгәс.
Бөгөн туңдырманы һайлағанда иң элек маркировкаһында нимә яҙылғанын һәйбәтләп уҡырға кәрәк. ТУ хәрефтәре яҙылған икән, аҡсағыҙҙы әрәм итеп тә тормағыҙ. Бындй туңдырмала файҙалы матдәләр бөтөнләй юҡ, ә химикаттар киреһенсә, артығы менән. Ундайҙарына үҫемлек майҙары, иң элек арзанлы пальма майы ҡушылған була. ГОСТ тигән билдәне тапһағыҙ, алдығыҙҙа һөттән эшләнгән ысын десерт тигән һүҙ. Ул тәмле генә түгел, файҙалы ла булыр.
Фото: klike.net