-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
26 Ғинуар 2022, 14:05

Иң ҡурҡынысы – үлем стенаһы

 Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы бара Быйыл Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 77 йыл. Был ҡот осҡос осорҙо иҫкә төшөрөүе әле лә ҡурҡыныс. Күпме кеше ғүмере өҙөлгән, шуларҙың иң күбе – йәһүдтәр, поляктар, урыҫтар...

Иң ҡурҡынысы – үлем стенаһы
Иң ҡурҡынысы – үлем стенаһы
1939 йылда немец ғәскәрҙәре Освенцим ҡалаһын баҫып алып, Аушвиц тигән исем би­рә. Элек поляктарҙың казармалары урынлашҡан ике ҡатлы кирбес йорттарҙа Аушвиц I тигән концлагерь булдырып, 728 полякты шунда ябып ҡуялар. Әсирҙәр һаны көндән-көн артып, 1942 йылда 20 меңгә тиклем етә. Хатта ҡыйыҡ эстәре, подвалдар ҙа шығырым тулы була. Һуңынан Аушвиц II, Аушвиц III лагерҙары булдырыла: тар ғына коридор­лы, таш иҙәнле, ҡыштарын үҙәк өшөткөс һыуыҡ бүлмәләр­ҙән торған ҡырҡҡа яҡын ике ҡатлы таш барактар төҙөп, 40 – 50 кеше һыймалы казармаларға ике йөҙгә яҡын тотҡон тултырыла. Йоҡлағанда аҫтарына һалам ғына түшәйҙәр, башҡа бер нәмә лә юҡ. Лагер­ҙарҙы металлургик комбинат, шахта, фабрика эргәләренә төҙөргә тырышалар, сөнки халыҡты ас көйөнсә бушҡа эшләтергә була.
Тотҡондар тимер бығауҙар­ҙа йөрөгән. Һәр береһенә, хатта бәләкәс балаларға ла, тәндәренә ҡыҙ­ҙырып һандар баҫҡандар. Эш ваҡытында ултырып торорға ла ярамай. Ә яйыраҡ эшләһәң, ҡамсы менән ярғандар йә ҡулдарын өҫкә ҡуйып, бер нисә сәғәт ялан тәпәй ҡарҙа тотҡандар, «һынауҙы» үтмәһәң – һыуыҡ бүлмәгә япҡандар. Унда гел аяҡ өҫтө баҫып тороп, көн дә эшкә йөрөргә тейеш­һең, юҡ икән – үлемесле яза. Тотҡондар араһында ла төрлө­һө була: фашистарға ошаҡлап, шымсы ролендә йөрөгәндәр, әлбиттә, арыуыраҡ йәшәгән.
Иң ҡурҡыныс урыны – үлем стенаһы. Унда 5 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә. Икенсеһе – «дауахана», унда бөтөнләй эшкә ярамағандарҙы һалып, Йозеф Менгеле, Карл Клауберг тигән нацист табиптары кешеләр менән төрлө генетик, ялған-фәнни тәжрибәләр үткәреп, ҡомаҡтарҙы һынаған кеүек, халыҡты язалай.
Шуныһы аяныслы: ололар ме­нән бер рәттән балалар ҙа ошоларҙы үткән, ҙурыраҡтары эшкә ебәрелгән, ә бәләкәстә­рен – «дауахана» көткән. Аҙна­һына бер тапҡыр ғына бер ни­сә минутҡа һыу менән ҡулланырға яраған, башҡа ваҡытта дезинфекциялап торғандар, сөнки тиф, биҙгәк, тире ауырыуҙары ныҡ таралған була. Әгәр ҙә баракта урын ҡалмаһа, халыҡты күпләп газ камераларында ағыулап, һуңынан крематорийға оҙатҡандар.
1945 йылдың ғинуарында совет ғәскәрҙәре Освенцимға яҡынайғас, фашистар ашығыс рәүештә әсирҙәрҙән талап ал­ған әйберҙәрҙе сығара башлай. Йолҡоп алынған алтын теш ҡойолмалары, затлы әйберҙәр, хатта сәс толомдары ла була. Улар барыһы ла Германияға оҙатыла. Утыҙға яҡын баракты яндыралар, шуға күрә күп кенә документтар юҡҡа сыға. Барлығы нисә тотҡондоң бында ыҙа сигеүен аныҡ ҡына әйтеп булмай. Сөнки тыңҡыслап тултырылған газ камерала­рында ғүмерҙәре өҙөлгәндәр­ҙе һанап та тормағандар. Тарихсылар фаразлауынса, Аушвиц лагерҙарында яҡынса 1,8 миллионға тиклем кеше һәләк булған.
Әлеге көндә Освенцим лагерын музей иткәндәр. Бөгөн уны нисек бар шул килеш һаҡларға тырышалар. Беҙ тарихты оноторға тейеш түгел. Сөнки ул – һабаҡ, мәңгелек хәтер. Рәхмәт, беҙҙең олатайҙарыбыҙға, яуыз дошмандан донъя­ны, илебеҙҙе, еребеҙҙе ҡот­ҡарғандары өсөн, киләсәктә ундай мәхшәрҙәр ҡабатланмаһын!
 
Фото: lhistory.ru
Иң ҡурҡынысы – үлем стенаһы
Иң ҡурҡынысы – үлем стенаһы
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в