-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Февраль 2022, 09:15

Хәрби дан көнө

Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немецтарҙы ҡыйратҡан көнө (1943 йыл) Рәсәйҙә йыл һайын 2 февралдә билдәләнә.

Хәрби дан көнө
Хәрби дан көнө

Фашистарҙың пландары – СССР-ҙың көньяғындағы совет ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, Дон һәм Кубань райондарындағы бай ауыл хужалыҡтарына эйә булыу. Дүрт ай буйы беҙҙекеләр дошмандың һөжүмен батырҙарса кире ҡаға. Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында контр-һөжүмгә күсә, Һәр квартал өсөн бик ҡаты алыш бара. 1943 йылдың 31 ғинуарында немец ғәскәрҙәренең төркөм командующийы Ф.Паулюс әсирлеккә бирелә.Сталинград өсөн барған 200 героик көн тарихҡа инеп ҡала. Ҡаланы обороналағанда миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицеры һәләк булған, яраланған.

Ошо көндәрҙең иҫтәлеге булып, Сталинград һаҡсыларына арналған иң билдәле Мамай ҡурғанындағы "Тыуған ил – Әсә саҡыра!" монументы ҡуйылған.

Фото интернет селтәренән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: