Тәүге пиццаны Италияның Неаполь ҡалаһында XVIII быуаттың аҙағында XIX быуаттың баштарында бешергәндәр. Һуңғараҡ Италия эмигранттары менән ул төрлө илдәргә таралған һәм бар донъяны яулап, күптәрҙең яратып ашаған ризығына әйләнгән. Бешергән һайын төрлөләндерергә тырыша хәҙер уны хужабикәләр.
Итальяндар иһә был көндө фестивалдәр ойоштора. Унда үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә теләгән иң яҡшы пицца бешереүселәр йыйыла, күңел асыу, күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Шулай уҡ һәр кем йәне теләгән күп төрлө тәмлекәс менә туйғансы һыйлана ала.
Фото: fcw.su