-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Март 2022, 11:00

2 март – Халыҡ-ара шырпы көнө

Шырпыға арнап бер ниндәй ҙә байрам-кисәләр ойошторолмаһа ла, уның тарихын иҫкә төшөрөп китәйек әле.

2 март – Халыҡ-ара шырпы көнө
2 март – Халыҡ-ара шырпы көнө
Рыбинск ҡалаһында уның музейы ла бар икән. Тормошобоҙ заманлашһа ла, ябай шырпы әле булһа беҙҙең ҡулланышта. Уны ҡабыҙыу өсөн көкөрткә тейҙереп, бер һыҙҙырып ебәреү етә. Ә элекке заманда ут табыу бик еңелдән булмаған бит.
Иң беренсе шырпыны 1805 йылда Францияла химик Шапсель уйлап тапҡан. Ҡабыҙыр өсөн линза йәки бер тамсы көкөрт кислотаһы ҡулланған. Шуға күрә ундайҙары ҡурҡыныс һаналған. 1847 йылда ғалим һәм химик Бетхер беҙ бөгөнгө көндә ҡулланғанын уйлап сығарған. 1851 йылда шырпыны Швецияла етештерә башлағандар. Ә Рәсәйҙә 30-лап фабрика барлыҡҡа килгән. Ә беҙ шуны онотмайыҡ, дуҫтар: бер ағастан мең шырпы эшләп була, ә бер шырпы менән мең ағасты юҡ итергә була.
Уның менән иғтибарлы һәм бик һаҡ ҡыланырға кәрәк!
 
Фото интернет селтәренән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в