+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
4 Март 2022, 11:00

Бөгөн Закир ӘҠБӘРОВтың тыуған көнө

Журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, проза өлкәһендә егелеп эшләүселәрҙең береһе, юмор оҫтаһы Закир ағайыбыҙҙы 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.  Яратҡан яҙыусыбыҙға сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, халҡыбыҙҙы ижады менән һөйөндөрөп, оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Тамсы һәм Ҡар бөртөгө

Мәҫәл

Керләнгән ҡарҙы телгәләй

Яҙҙың  ялбыр ҡамсыһы.

Күктә болот, ә тәҙрәлә

Яңғыҙ бер Һыу тамсыһы.

Бына-бына ҡояш сығыр,

Тамсы тулышып етер.

“Тып” итеп тамып төшөр ҙә,

Әллә ҡайҙарға китер.

Тик таралмай һаман болот,

Аяҙып етмәй күге.

Тамсы эргәһенә шул саҡ

Ҡунды бер Ҡар бөртөгө.

Тамсы әйтте:

– Һылыу! Мин шат!

Икәү бергә тамырбыҙ.

Шул гөрләүек ҡосағында

Йыраҡтарға ағырбыҙ...

– Эй, Тамсы, – ти Ҡар бөртөгө, –

Төҫөң ни ҙә, ни буйың.

Хыялың һинең ҡанатһыҙ,

Ергә һеңеү бар уйың.

Мин бит һинең тиңең түгел,

Һин – мужик, мин – аҡһөйәк.

Был донъяла миндәй сибәр,

Миндәй затлылар һирәк.

Ял итеп алам да бер тын,

Тағы күктәргә осам.

Һоҡланһын миңә бар ғәләм.

Осам...йондоҙҙар ҡосам...

Шул сағында сыҡты ҡояш.

Тамсы тупылдап тамды.

Ҡар бөртөгө ҡунған ерҙә

Кескенә бер тап ҡалды.

Ни тип әйтәйек. Осоу – яҡшы,

Осоу – күңелле шөғөл.

Тик ергә ҡайтасағыңды

Онотоу яҡшы түгел.

Закир ӘҠБӘРОВ.

Фото:  stihi.ru

Бөгөн Закир ӘҠБӘРОВтың тыуған көнө
Бөгөн Закир ӘҠБӘРОВтың тыуған көнө
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: