+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Март 2022, 12:00

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫтәлекле көнө

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы рәүештә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағын тапшырыуға 80 йыл тула.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫтәлекле көнө
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫтәлекле көнө

Ул саҡта, 1942 йылдың 22 мартында, Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы рәйесе М.Р. Ибраһимов ҡулынан Байраҡты ҡабул итеп, дивизия командиры полковник Миңлеғәле Шайморатов былай тигәйне: «Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аҡларбыҙ. Дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, еңеү менән ҡайтырбыҙ!».

Һәм кавалеристар анттарын намыҫ менән үтәй. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы барышында 112-се дивизия Берлинға тиклем хәрби юл үтеп һәм бөтә алыштар аша байраҡты күтәргән берҙән-бер милли кавалерия дивизияһы булды.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: