+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
23 Март 2022, 10:00

Республикабыҙ өсөн иҫтәлекле көн

Бөгөн - Башҡорт АССР-ы төҙөлгән көн. Беҙҙең халыҡ өсөн иҫтәлекле дата ул.

Республикабыҙ өсөн иҫтәлекле көн
Республикабыҙ өсөн иҫтәлекле көн
1919 йылдың 20 мартында Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте килешеү төҙөй. Унда "Бәләкәй Башҡортостан" сиктәрендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. 1922 йылда территориаль үҙгәрештәрҙән һуң атама Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (БАССР) тип үҙгәртелә. Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға. Ошо көн рәсми рәүештә Башҡорт АССР-ының тыуған көнө тип һанала ла инде.
 
Фото: millattashlar.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: