-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

27 Март - Халыҡ-ара театр көнө

Театр - грек теленән тәржемә итһәң, "тамаша өсөн урын" тигәнде аңлата.

27 Март - Халыҡ-ара театр көнө
27 Март - Халыҡ-ара театр көнө
Шулай шул, бер генә театр ҙа тамашасынан башҡа була алмай. Ә һеҙ беләһегеҙме, беренсе театр Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Ул асыҡ һауала ярымтүңәрәк формаһында төҙөлгән. Ҡатын-ҡыҙҙарға театр ҡарарға рөхсәт итмәгәндәр, шуға күрә ир-аттар ғына йөрөгән. Донъялағы иң ҙур театр Ҡытайҙа урынлашҡан. “Һыуҙағы ынйы бөртөгө” тип аталған бинаның бейеклеге – 50 м., киңлеге – 215 м., ә оҙонлоғо – 145 метр. Австрияның Филла ҡалаһында урынлашҡан “Кремль ихатаһы” тип исемләнгән театр – иң бәләкәйе, ул 8 тамашасыны ғына һыйҙыра.
Ә Рәсәйҙә театр 17-се быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Беҙҙең көндә уның бик күп төрҙәре бар: драма, опера, балет, ҡурсаҡ, пантомима. Театрҙың символы – ике битлек. Береһе гел йылмая, ә икенсеһе – һәр ваҡыт күңелһеҙ, трагедия һәм комедияны, яҡшылыҡ менән яманлыҡты сағылдыра улар.
 
Фото: ne-kurim.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в