-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Апрель , 10:00

Бөгөн – Көлкө көнө

Көлкө көнө менән барығыҙҙы ла! Шаярып, көлөп кенә йәшәргә тырышайыҡ, йәме. Көлөү ғүмерҙе лә оҙонайта, тиҙәр бит. Бөгөн дуҫтарса алдашып алһаҡ та, ғәйеп булмаҫ.

Бөгөн – Көлкө көнө
Бөгөн – Көлкө көнө

Ниһайәт, көттөрөп кенә йылы көндәр ҙә килеп етте. Яҙ еҫе. Ҡояш күҙ ҡыҫа. Ҡоштар һайрай. Йылмаяһы, көләһе генә килеп тора.

Күп илдәрҙә 1 апрелдә көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнө билдәләнә. Уның барлыҡҡа килеүен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай.

Боронғо Грецияла ла тип фаразлайҙар. Уңыш алиһәһе Церераның Прозерпина атлы ҡыҙын Үлеләр аллаһы Плутон урлап китә. Әсәһе ҡыҙын күпме генә эҙләһә лә таба алмай. Балаһының ярҙам һорап ҡысҡырыуы ғына ҡайтауаз булып яңғырап тора, тиелә риүәйәттәрҙә. Бер-береңдән көлөү, файҙаһыҙ эштәр менән шөғөлләнеү ҙә ошо көндө билдәләп үтеүгә килтергән тип һанайҙар.

Боронғо Һиндостанда Сита исемле алиһәнең ҡарашын йәлеп итеү, уны көлдөрөү өсөн 1 апрелдә байрам ойошторғандар.

Өсөнсө варианты календарь алышыныуы менән бәйле. Францияла XVI быуатта Яңы йыл 1 апрелдә билдәләнгән. Ул ваҡытта ла йылды оҙатҡанда шау-гөр килеп күңел асҡандар. Беҙҙең илдә лә был көн шаяртыу, ҡыҙыҡ хәлдәр һәм күңелле уйындар менән үтә.

Йылмайып, көлөп йәшәйек, дуҫтар! Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булһын, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен.
 
 

 

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в