-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
12 Апрель 2022, 10:00

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө

1961 йылдың 12 апреле мәңгегә тарихҡа инеп ҡалды. Ер шары тирәһендәге йыһан киңлектәрен 108 минут эсендә үҙ күҙҙәре менән күргән Юрий Гагарин легендаға әйләнә.

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө
Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө
Эйе, ошо көндән алып космонавтикаға беҙҙекеләр тарафынан нигеҙ һалына, тиһәң дә булалыр.
1950 йылдар аҙағынан бирле беҙҙең илдә фән һәм техника үҫеше кешене йыһанға осороу тураһындағы мәсьәләгә бик етди ҡарай. 1960 йылдың башында Космонавтар әҙерләү үҙәге һынауға килгән 20 лётчик араһынан алтыһын һайлап ала. Юрий Гагарин, Герман Титов, Григорий Нелюбов, Андриян Николаев, Валерий Быковский һәм Павел Поповичтарҙы йыһанға осороу өсөн әҙерлек эштәре башлана. Улар барыһы ла 1961 йылдың ғинуар айында һынауҙарҙы уңышлы үтеп, рәсми рәүештә космонавт итеп алыналар. Йыһанға беренселәрҙән булып осорға барыһы ла әҙер була, әммә комиссия үҙенсә хәл итә: Гагарин – төп пилот-космонавт, Титов – дублёры, Нелюбов һәм Николаев запас осоусылар булып билдәләнә.
Шулай итеп, 12 апрель көнө Байконур космодромынан “Восток-1” карабында Мәскәү ваҡыты менән иртәнге унынсы ете минутта данлыҡлы “Ҡуҙғалдыҡ !” тигән һүҙе менән лётчик-майор Юрий Гагарин йыһанға юл ала. Уңышлы старттан һуң, ракета тиҙлеген арттырып, һуңғы баҫҡысынан айырылып, Ер тирәләй ирекле генә әйләнеп сыға ла кире ҡайтыу өсөн орбитанан төшә башлай. Мәскәү ваҡыты менән биш минуттан ун бер тулғанда ул Һарытау өлкәһе Тернов районының Смеловка ауылы эргәһенә, һөрөлгән ер өҫтөнә имен генә килеп төшә.
Ошонан бирле кешелек тарихында беренсе булып йыһанға осош яһаған көн – Рәсәй космонавтикаһы көнө булараҡ билдәләнә башлай. Йондоҙҙарға юл асҡан беренсе космонавт Юрий Гагаринды беҙ ғорурланып иҫкә алабыҙ.
Фото: blogzz.com
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас