Был дата йыл һайын 13 апрелдә билдәләнә, ләкин уға нигеҙ иртәрәк һалынған – 1954 йылдың 12 апрелендә. Билл Хейли (Bill Haley) "Rock Around The Clock" синглын сығарған көндән башлана. Йәмғиәткә һәм ғәҙәти көнкүрешкә үҙ ҡарашын белдергән яңы йүнәлештәге был музыка АҠШ сиктәрендә тиҙ генә танылыу яулай ҙа күп ил һәм ҡитғалар буйлап тарала. Аҡ тәнле башҡарыусылар араһында гитарасы Билл Хейли рок-н ролл йондоҙона әйләнә.
Тағы ла ошо йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе легендар – Элвис Пресли. Үҙ-үҙен тотошо, кейеме, хәрәкәттәренең үҙенсәлекле стиле менән бик күп йылдар үҫмер һәм йәштәрҙең кумиры була. Ә 1960 йылдар башында рок-н-ролда тағы ла бер яңы төр барлыҡҡа килә - поп-рок. Ана шунан башлап “Битлз” төркөмөн ойошторған Ливерпуль егеттәре үҙҙәренең данлыҡлы композициялары менән "битломания" эпидемияһын тарата ла инде.