+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
15 Апрель 2022, 11:00

«Беләҙектәр сыңы»

Милли кейем көнөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенсәлекле билдәләй. Дата уңайынан «Беләҙектәр сыңы» тип исемләнгән биҙәүестәр күргәҙмәһе ойошторған. Уны асыу тантанаһы бөгөн, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ансамбль музейында була.

«Беләҙектәр сыңы»
«Беләҙектәр сыңы»

Күргәҙмәлә ғәскәровсылар ансамбль репертуарындағы бейеүҙәргә биҙәүестәр коллекцияһын күрһәтә. Фәйзи Ғәскәров сәхнәгә ҡуйған биҙрә менән бейеүгә үҙенсәлекле биҙәүестәр экспозицияла айырым урынды биләй. Тамашасылар Рәсәй халыҡтарының эксклюзив костюмдары менән таныша ала. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының Милли мираҫы йылына арнала.

Ансамбль музейында билдәле фотограф Эдуард Дилмөхәмәтовтың эштәре ҡуйыла. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең танылған артистары, шулай уҡ ансамблдең почетлы ветерандары ҡатнаша.

 

Фото: https://gtrk.tv/heberzer/264871-milli-keyem-konon-belzektr-syny

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: