-11 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
19 Апрель 2022, 14:00
1

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

23 апрелдә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы үткәрелә. Ул онлайн һәм офлайн форматта ойоштороласаҡ.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Юлдаш каналында, “Бәйләнештә” селтәрендә, телеграм каналда алдан билдәләнгән диктор башҡортса текст уҡый башлай.

11 сәғәттән 11.25 минутҡа ҡәҙәр башҡорт телен башланғыс этапта белеүселәргә;

11 сәғәт 30 минуттан - 12 сәғәткә тиклем туған телдә иркен һөйләшеүселәргә;

12 сәғәттә 5 минуттан - 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалекты өсөн уҡыласаҡ.

Быйылғы диктант тексын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, уртаса кимәл өсөн  “Йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсыһы еңеүсеһе Марс Ишдәүләтов, ә төнъяҡ-көнбайыш диалекты өсөн Муса Гәрәев исемендәге  башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева уҡыясаҡ.

Акцияла ҡатнашыусылар диктантты өйҙә үҙаллы яҙа ала. Уны фотоға төшөрөп йәки скан вариантын эшләп  24 апрелдең 23.59 минутына тиклем электрон почтаға ташларға мөмкин. bashdictant2022@mail.ru йәки телеграм-бот https://t.me/bash_dictant_bot

Төп офлайн майҙансыҡтар БДПУ, мәғарифте үҫтереү институты, милли музей бинаһы.

Тулыраҡ исемлекте сайтта ҡарарға була. https://bashdictant.ru/ 

 Социаль селтәргә ҡуйғанда ошо хештегты файҙаланырға.

#БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас