+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
20 Апрель 2022, 10:00

Матур кисәгә килегеҙ!

25 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостанңы халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үтә.

Матур кисәгә килегеҙ!
Матур кисәгә килегеҙ!

Унда Рәми Ғариповтың поэмалары һәм шиғырҙары уҡыласаҡ, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры,Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Диләрә Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Аида Ғәбделхаҡова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Кәбиров, Руслан Хайсаров, Фирғәт Ғарипов, Гөлмирә Исмәғилева, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрынан Лилиә Исҡужина, Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле,
Сибай концерт-театр берекмәһенең вокаль ансамбле, Рәми Ғарипов исемендәге 1- се республика башҡорт интернат-гимназияһының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Миңләхмәтов, Ринат Фәттәхов, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнаша.

Йыр-моң, шиғриәт менән һуғарылған матур саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Фото: https://gkzbashkortostan.ru/

https://yanshishma.com/news/t-rl-n-n/2022-04-18/yl-sh-l-r-g-r-tu-an-teld-telg-alyr-ular-mine-l-2773869

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: