-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
24 Апрель 2022, 10:00

Пасха – яҡты байрам

Пасха – боронғо христиан байрамы, яҙ айында, тәбиғәт уянған мәлдә билдәләнә. Христостың терелеүенә бағышлап үткәрелә, ул төнөн йә иһә иртән сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана.

Пасха – яҡты байрам
Пасха – яҡты байрам

Был көн алдынан православие динендәгеләр ураҙа (пост) тота. Ул мәлдә һөтлө һәм итле аштар ашалмай. Оҙаҡҡа һуҙылған ураҙанан һуң табын бик мул итеп әҙерләнә. Байрам көндө, изге теләк әйтеп, бер-береһенә үҙҙәре һалған кулич һәм буялған йомортҡа бүләк итәләр. Тормош символы булған йомортҡалар һаны ни ҡәҙәр күберәк, шатлыҡ-ҡыуаныстар “ҡапсығы” ла шул тиклем ҙур буласаҡ тигән ышаныу ҙа бар халыҡта.

Пасха байрамына ҡаршы кистә мунса инеп таҙарынып, төнөн йоҡламаҫҡа тырышлар. Сөнки был төндә бәхет өләшәләр, йоҡлап китһәң бәхеттән ҡоро ҡалыуың бар.

Байрам алдынан тотолған ураҙа мәлендә ғәйбәт таратыу, насар ғәмәлдәр башҡарыу иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Тал ағасының ботаҡтарын алып ҡайтып йорт бүрәнәһе ярығына, тәҙрә төптәренә ҡаҙап ҡуялар. Йәнәһе, кейәүгә сыҡҡан йәш ҡатындар, шул тал мамығын ашап, күптән көтөлгән әсәй булыу бәхетен татыр өсөн. Ғөмүмән, православие халҡында Пасха менән бәйле төрлө ышаныс-юрауҙар йәшәй. Һәр кем байрамды матур итеп үткәрергә тырыша, бер-береһенә бүләктәр бирә, изге теләктәр теләй. Был көндө булған күңел күтәренкелеге йыл буйына етә, ти улар.

Фото: goodfon.ru

 

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: