Шуның өсөн дә был иҫтәлекле көндө бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрам итә.
Тәүге тапҡыр Радио көнө Рәсәйҙә 1925 йылдың майында байрам ителә. Ә 1945 йылдың 7 майында СССР-ҙа радионы уйлап табыуға 50 йыл тулыу көнө киң билдәләнә. Ошо уңайҙан ил Хөкүмәте йыл һайын 7 майҙа Радио көнөн билдәләргә ҡарар итә. Аҙаҡ 1980 йылдың 1 октябренән СССР Юғары Советы тарафынан Указ менән раҫланып, байрам һәм иҫтәлекле көндәр иҫәбенә индерелә. Байрамығыҙ ҡотло булһын!