Йыраҡтарҙан теҙелешеп кенә
Ҡошсоҡтарҙың һағыш тулы моңо
Таралышты барлыҡ донъяға.
Ябай ғына яҙҙар килмәй беҙгә —
Беҙ барыбыҙ — ошо сал тарихтың,
Ҙур Еңеүҙең ул һәм ҡыҙҙары!
Беҙҙең сая яугир олатайҙар
Үҙ иңдәрен терәп иңдәргә,
Оло Еңеү яулап алып ҡайтты
Һәр береһе тыуған илдәргә!
Еңеү яҙы күкрәп сәскә ата,
Һырғалана бөҙрә ҡайындар.
Яңы тормош башлай бар тәбиғәт,
Миңлегөл ТАЙСИНА.
Һүрәт: culture.ru