-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Миҙалһыҙ ҡалғандар

Немец ғәскәрҙәре плацдармын бомбаға тоторға приказ алына. Ләкин зенитсылар беҙҙең само­леттарҙы яҡын ебәрмәй. Командир летчиктарҙы ла, үҙен дә йәл­ләп, курсты үҙгәртә.

Миҙалһыҙ ҡалғандар
Миҙалһыҙ ҡалғандар

Ул само­леттарҙы урманға ебәреп, бом­баларҙы немец ғәскәрҙәре янын­дағы урман өҫтөнә ташларға бойора. Ҡайтҡас, заданиены «үтәү­ҙәре» тураһында белдерәләр.
Иртәгеһен теге яҡын барғыһыҙ плацдармды барыбер алалар. Баҡтиһәң, летчиктар немец­тар­ҙың маскировкалаған штабын тулы­һынса ҡыйратҡан икән. Шу­ныһы үкенесле, летчиктарға миҙал бирмәйҙәр, сөнки улар бомба­ларҙы плацдармға ташла­ныҡ, тип белдерә.

Фронтовиктар

Мин фронтовиктарҙы һәр өйҙә йәшәгәндә һәм эшләгәндә тап иттем.
Беҙ яңы урынға күсеп килгәс, ремонт тураһында мәсьәлә ҡал­ҡып сыҡты. Бының өсөн әсә­йемдең өлкән ағаһы, фронтовик, һуғыш инвалидының әйтеүе буйынса уның дуҫы Вася ағайҙы саҡырҙыҡ. Ул да һуғыш инвалиды. Был хаҡта белмәһәм, уйлап та ҡарамаҫ инем. Икеһе лә мө­һабәт кәүҙәле, көс-ҡеүәттәре ташып тора. Вася ағай ҡустыһы, егерме йәшлек егет менән ең һыҙғанып эшләне. Сантехниканы яңыртты, стенкаларҙы күсерҙе, буяу эштәрен башҡарҙы. Ул булдыра алмаған бер нәмә лә юҡ ине.
Атайым менән беҙ эштең нисек барғанын ҡарарға индек. Төш ваҡыты ине, мине магазинға ебәр­ҙеләр. Икенсе стакандан һуң – беҙ йәштәргә ҡойманылар – һуғыш тураһында һүҙ сыҡты. Атайым фронтҡа һуңғы айҙа эләгә. Вася ағай десантник булған. Төндә урманда йоҡлап, уянғас, аяҡтарын да, ҡулдарын да ҡыбыр­лата алмауы тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, күләүектә йоҡлаған икән.
Араҡы бөткәс, Вася ағай, биш тинлек тәңкә бармы, тип һораны. Тештәре менән тешләп, бер ҡулы менән ярҙам итеп, бер нисә секунд эсендә ул уны 90 градус мөйөшкә бөктө. Ҡустыһы өсөн бында ғәжәпләнерлек урын юҡ ине, буғай. Күп күргәндер, минең иһә беренсе күреүем.
Һоҡланыуымдан мин:
– Вася ағай, һуғышҡа тиклем ни эшләнең? – тип һораным.
– Мәктәптә уҡыным. – Булды яуап.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: