Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
12 Май 2022, 12:00

Бөгөн – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө

12 май бөтә донъяла шәфҡәт туташтары профессиональ байрамын билдәләй. Был көн бит осраҡлы ғына һайланмаған.

Бөгөн – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө

Ҡыҙыл тәре Халыҡ-ара ойошмаһы ҡарары буйынса инглиз шәфҡәт туташы Флоренс Найтингейл хөрмәтенә уның тыуған көнөндә билдәләп үтелә. Байрамға инде йөҙ йылдан артыҡ булыуға ҡарамаҫтан, 1971 йылда ғына рәсмиләштерелгән. Рәсәйҙә 1993 йылдан алып билдәләп үтелә.

Табиптар фекере буйынса, ауырыу тураһында ҡайғыртыуҙың 80 процент өлөшө нәҡ шәфҡәт туташына тура килә. Шаҡтай ауыр һәм яуаплы эш күңел йылылығы һәм түҙемлек талап итә. Улар эш көнөндә лә, байрамда ла үҙ постында. Был көн һәр шәфҡәт туташының профессиональ ҡаҙанышын һәм уңышын билдәләп үтергә, хеҙмәттәренә, һаулыҡ һаҡлауға яҡшы баһа ҡуйырға рөхсәт итеп, бар донъя шәфҡәт туташтарын берләштерә. Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Фото: cd.ru.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: