-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
18 Май 2022, 10:00

18 май - Халыҡ-ара музейҙар көнө

21 май киске сәғәт алтыла быйылғы йылдың киң масштаблы мәҙәни сараларының береһе булған "Музейҙар төнө - 2022" акцияһы үтәсәк.

18 май - Халыҡ-ара музейҙар көнө
18 май - Халыҡ-ара музейҙар көнө

Башҡортостан музейҙары был Бөтә Рәсәй акцияһында ун икенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл күргәҙмәләр һәм саралар өс мөһим темаға бағышланасаҡ:

— «Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы»;

— «Быуындар хәтере»;

— «Үткәндәрҙе эҙләү — үҙеңде асыу».

«Музейҙар төнө — 2022"лә ҡыҙыҡлы яңы экспозициялар асыласаҡ, күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк, тематик экскурсия, балалар өсөн мауыҡтырғыс квест, уйындар, концерт ойоштороласаҡ.

Республикала — барлығы 90, баш ҡалабыҙҙа 19 майҙансыҡ эшләйәсәк.

Музейҙар менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге биргән был саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Фото: yandex.

https://yanshishma.com/news/i-tibar/2022-05-13/muzey-ar-t-n-2022-aktsiya-y-t-2802909

 
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас