Ватаныбыҙ алдында изге бурыстарын үтәгән һәм әлеге көндә лә сигебеҙ һағында торған ир-егеттәребеҙҙе, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙәрҙе, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, рухи көс, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар, илебеҙҙең тыныс, күгебеҙҙең аяҙ булыуын теләйбеҙ. Беҙ ышанабыҙ: Ватаныбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа һәм беҙгә борсолорға урын юҡ.