Тыныслығын теләйем еремдең,
Ҡағылмаһын, берүк, ҡағылмаһын
Шауҡымдары ҡырыҫ еленең.
Һинең өсөн, балам, һинең өсөн
Хәтфә тауҙар, яшел үҙәндәр,
Таңғы ҡош моңдары һинең өсөн
Йәшел келәм – йәп-йәш үләндәр.
Һинең өсөн, балам, һинең өсөн
Яҡтыртырмын барыр юлыңды,
Йөрәгеңә һалам яҡты нурҙар,
Һуҙ әле, һуҙ, балам, ҡулыңды.
Наилә ӘЙҮПОВА.
Фото: infourok.ru