Йөҙ һум аҡсаң булғансы – йөҙ дуҫың булһын; дуҫ ауыр саҡта беленер; дуҫ – башҡа, дошман аяҡҡа ҡарар...
Халыҡ-ара дуҫтар көнө йыл һайын 9 июндә билдәләп үтелә. Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмауына ҡарамаҫтан, беҙ дуҫыбыҙҙың кәрәк булыуын, уның менән аралашыуҙыбыҙҙы, хөрмәт итеүебеҙҙе белдерергә тейешбеҙ. Әлеге байрамдың ҡасан һәм кем тарафынан рәсмиләштерелгәне билдәле булмаһа ла, ул шул тиклем популяр. Һеҙ ҙә бөгөн ошо мөмкинлектән файҙаланып, хәбәрләшмәгән дуҫығыҙға шылтыратып, бергә йыйылып, ваҡытығыҙҙы күңелле үткәреп ҡалырға тырышығыҙ.