Һуңынан был көнгә дәүләт кимәлендәге байрам статусы бирелә. 2002 йылдың 1 февраленән, яңы Хеҙмәт кодексы положениеһы көсөнә ингәс, рәсми рәүештә Рәсәй көнө тип йөрөтөлә башлай.
Бәхетленең байрамы бергә, тигәндәй, 12 июнь – шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың тыуған көнө лә. Быйыл ул үҙенең 448 йыллығын билдәләй. Байрам уңайынан республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә төрлө мәҙәни күңел асыу саралары, спорт ярыштары үтә, яңынан-яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Өфөбөҙ йылдан-йыл үҫә, матурлана.
Байрамдар мөбәрәк булһын!