

Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәткән герой-пионерҙар хаҡында китаптарҙан уҡып та, фильмдар аша ла беләбеҙ. Һуғышҡа тиклем парта артында ултырып белем алған, һикереп-уйнап йөрөгән, ябай ҡыҙ һәм малайҙар булған. Еребеҙҙе илбаҫарҙар баҫып алғас, улар өлкәндәр менән бер рәттән дошманға ҡаршы көрәшкә күтәрелеп, ысын мәғәнәһендә, геройҙарса батырлыҡтар күрһәтә. Һуғыштың ҡайһы ғына нөктәләрендә булмайҙар. Мәҫәлән, Боря Кулешин – диңгеҙҙә, Аркаша Каманин – һауала, Леня Голиков – партизан отрядында, Валя Зенкинг – Брест крепосында. Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған йәш геройҙарыбыҙҙың исемдәрен һис кенә лә оноторға тейеш түгелбеҙҙер.