

2014 йылда ул башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсаты менән Өфөгә килә. Педагогия университетын тамамлап, хәҙер аспирантурала белемен камиллаштыра. Шул уҡ мәлдә Өфөнөң 9-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
Йәш белгес уҡытыу методикаһын үҙе төҙөгән. Дәрестә башҡорт телен башҡа төрки телдәр менән сағыштыра – балалар бик шат. Мәктәптә йыл ярым эшләү дәүерендә Ильяс башҡорт теле буйынса район һәм ҡала олимпиадаларында бер нисә призер һәм лауреат әҙерләгән.
Башҡортостанда Ильяс Һағынбәк икенсе Ватаным тип атай. Уның бында ғаиләһе, ике ҡыҙы бар. Беҙҙең халыҡты Ҡаҙағстандағы кеүек үк ҡунаҡсыл һәм асыҡ йөҙлө, ти ул.
Был – халыҡтар дуҫлығының яҡшы өлгөһө. Ильяс Жаркымбәк улына уңыштар теләйем. Барығыҙҙы ла байрам менән. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!” – тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге рәсми битендә.
Фото: Башинформ