+25 °С
Ясно
Иҫтәлекле көндәр
22 Февраля 2023, 07:00

Өфөлә 33 геройҙың ҡаһарманлыҡ тарихы тураһында күргәҙмә күрһәтелә

Бөгөн Өфөнөң Ленин майҙанында ил үҫешенең төп тарихи этаптарын сағылдырған урам планшет күргәҙмәһе үтәсәк. Күргәҙмә 33 геройҙың ҡаһарманлыҡ тарихы тураһында һөйләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бында айырым урын алған. Фотоэкспозицияны әҙерләүҙә төп ролде уларҙың ғаиләләре уйнаны, улар шәхси архивтарҙан фотолар менән бүлешеп, яҡындары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Өфөлә 33 геройҙың ҡаһарманлыҡ тарихы тураһында күргәҙмә күрһәтеләӨфөлә 33 геройҙың ҡаһарманлыҡ тарихы тураһында күргәҙмә күрһәтелә
Өфөлә 33 геройҙың ҡаһарманлыҡ тарихы тураһында күргәҙмә күрһәтелә

«Ватан һаҡсыларыбыҙ бөгөндән үк халыҡ хәтеренә яҙылған. Уларҙың ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы барыбыҙҙы ла берләштерә. Экспозиция – илебеҙ геройҙарына ихтирам һәм рәхмәт белдереү ул», - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ойоштороусылар.

Күргәҙмәлә илебеҙҙең төрлө төбәгендә тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙҙың тормош һәм батырлыҡ тарихын күрергә мөмкин. Экспозиция Рәсәйҙең буласаҡ геройҙары тыуған, йәшәгән, уҡыған, хеҙмәт иткән 40-ҡа яҡын төбәген үҙ эсенә ала. Улар араһында Өфө егете өлкән лейтенант, 2-се айырым гвардия бригадаһының махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң) Максим Серафимов та бар. «Патриот» хәрби-патриотик паркына һәм Өфөнөң 40-сы мәғариф үҙәгенә Геройҙың исеме бирелгән, бинаһына мемориаль таҡтаташ асылған. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте геройҙарына арналған тәүге күргәҙмә 2022 йылдың авгусында Мәскәүҙә Гоголь бульварында урынлаштырылғайны. Ул ҙур баһа алды һәм оҙаҡламай Мәскәүҙең һигеҙ паркында, шулай уҡ Абакан, Чита, Архангельск, Ижевск, Краснодар һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында асылды.

Фото: Башинформ

 

Автор:
Читайте нас