+10 °С
Ясно
Иҫтәлекле көндәр
3 Марта 2023, 07:00

3 март - Бөтә донъя Яҙыусылар көнө

Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ул 1986 йылдан алып билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көн менән барлыҡ яҙыусыларҙы, ҡәләм тибрәтеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ! Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бөтмәҫ илһам сығанағы, ижади бейеклектәр насип булһын! 

3 март - Бөтә донъя Яҙыусылар көнө3 март - Бөтә донъя Яҙыусылар көнө
3 март - Бөтә донъя Яҙыусылар көнө

ЯҘА УЛАР...
Яҙмыш менән яҙыусыла - бер йөк:
Яҙа улар кеше тормошон.
Әҙиптәр йыш үткәндәргә ҡайтһа,
Күктәр һыҙа килер булмышың.

Шағир йөрәктәрен ҡанатмағыҙ,
Илһам ғына тиртһен ҡандарҙа.
Ҡәләмдәрҙән тамған тере байлыҡ
Барып етһен йәп-йәш аңдарға!

Заман баҫыуынан урған ашлыҡ -
Йәмғиәттең алтын заңылыр.
Сүп-сарын таҙартып, саңын ҡаҡҡас
Мәрйендәрҙән күҙҙәр сағылыр!

Маңлайға яҙылғандарға күнеп,
Тарих йылғаһынан һутланып
Йырлы киләсәккә еткергәндә,
Ҡәләмдәшем, ҡалма туҡталып!..

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

Фото: Фото:https://yandex.ru/images/search?te

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас