+13 °С
Ясна
Иҫтәлекле көндәр
27 Апрель 2023, 04:00

Ике гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелде

Башҡортостан Башлығының «Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указ указын үтәү маҡсатында Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһы һәм Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уның исемен йөрөтә башлай.

Ике гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелдеИке гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелде
Ике гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелде

«Үҫеп килгән быуын хаҡында ла онотмауҙары бик ҡыуаныслы.  Беҙ — Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡташтары, районыбыҙҙан шундай бөйөк етәксе сығыуы менән ғорурланабыҙ. Был гимназияны уның ярҙамы менән төҙөнөк, мин ул саҡта район хакимиәте башлығы булып эшләй инем», - тип шатлыҡлы хәбәр менән бүлеште Күгәрсен районының элекке башлығы Венир Аҙнағолов.

Фото:spec.proufu.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас