+9 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
14 Июня 2023, 05:30

Ратмир Мәүлиев: “Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!”

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев республика журналистарын һәм бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ратмир Мәүлиев: “Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!”Ратмир Мәүлиев: “Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!”
Ратмир Мәүлиев: “Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!”

- Хөрмәтле журналистар, бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Өфөнөң медиа тармағы - ул тиҫтәләрсә төрлө баҫмалар, йөҙҙәрсә журналист, хәбәрсе, телевидение һәм радио алып барыусылары, блогерҙар. Һеҙҙең арҡала бөтә ваҡиға тураһында хәбәрҙарбыҙ, көнүҙәк һәм кәрәкле мәғлүмәт алабыҙ. Бөгөн донъяны интернет, телевидение, радио-гәзитһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Һеҙҙең халыҡ араһына инеп, ҡала халҡы өсөн кәрәкле мәғлүмәт алырға әҙер булыуығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ.

Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, сағыу яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм рәхмәтле аудитория теләйем! Тыныслыҡ, һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Байрам менән!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас