+20 °С
Ясно
Иҫтәлекле көндәр
21 Июня 2023, 06:00

Бөгөн теләк теләгеҙ!

Бөгөн беҙҙе иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн көтә. 21 июндә “йәйге ҡояш торошо” тип аталыусы астрономик ваҡиға ҡабатлана. Йыл дауамында ҡояш горизонт өҫтөндә төрлө йыраҡлыҡҡа күтәрелә. Бөгөн ул астрономия энциклопедияһында “эклиптика нөктәһе тип аталған иң юғары нөктәгә етәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн теләк теләгеҙ!Бөгөн теләк теләгеҙ!
Бөгөн теләк теләгеҙ!

Беҙҙең көндә барлыҡ тәбиғи күренештәргә фәнни аңлатма бирелә. Ә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ өсөн бит улар аңлайышһыҙ һәм серле булған. Ҡояш кешегә мәрхәмәтле булһын өсөн боронғо заманда күп йолалар үткәргәндәр.

Беҙҙең ваҡытта, әлбиттә, кире энергиянан арыныу өсөн ут аша һикермәйҙәр һәм йәш ҡалабыҙ тип иртәнге ысыҡ менән дә йыуынмайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, астрологтар 21 июндә ҡояштың энергияһы арта һәм кешегә йоғонто яһай, тип раҫлай. Улар фекеренсә, бөгөнгө көн ыңғай булырға оҡшаған. Яңы эш башларға йә иһә булған проекттарҙы үҫтерергә мөмкин. Улар матди уңыш килтерәсәк һәм “оҙон ғүмерле” буласаҡ.

Халыҡ йәйге ҡояш торошоноң таңында хыялында йөрөткән иң ҙур теләген әйтергә тырышҡан. Йыл аҙағына ҡәҙәр был хыял тормошҡа ашасаҡ, тип өмөтләнгән.

Фото: rasfokus.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас