Марсель Сәлимов - башҡорт һәм Рәсәй сатиригы һәм юморисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, РФ һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры. Ул башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәргә үҙенсәлекле стиле менән генә түгел, ә юморлы характеры, һәр уҡыусыға үҙенсәлекле ҡарашы менән дә яҡшы таныш.
Марсель Шәйнур улы үҙенең ижади осрашыуын «Йылдарым - минең китаптарым» тип атаны, ошондай уҡ исем аҫтында яҙыусының төрлө йылдарҙа донъя күргән бөтә баҫмаларын туплаған күргәҙмә ойошторолғайны. Сатириктың тормошон һәм ижадын сағылдырған видеолар ҙа әҙерләнгән. Унда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим менән Рауил Бикбаевтың әҙиптең ижади эшмәкәрлеген юғары баһалаған фекерҙәрен ишетергә мөмкин ине. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡәләмдәш дуҫтары ла Марсель Сәлимов хаҡында йылы һүҙҙәр әйтә.
Ижади осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова, Гуманитар һәм социаль фәндәр институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Рафаэль Ғәзизов, география фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Әүфәр Гәрәев, “Һәнәк”тең баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов, яҙыусы-сатирик Марат Әминев, шағир-юморист Владимир Кузьмичёв, яҙыусы һәм тәржемәсе Ёзджан Перска, “Һәнәк” журналының рәссам-карикатурасыһы Артур Василов, фоторәссам Рәйеф Баҙыҡов, кинорежиссер Радик Килмәмәтовтәр ҡатнашты.
Марсель Сәлимов Башҡортостандың Милли китапханаһына үҙенең төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланған «Тауыҡ көлкөһө» исемле китабын бүләк итте.
Сығанаҡ: https://bashnl.ru/novosti/37490/