+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
13 Ғинуар 2025, 06:10

Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө

Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә Рәсәйҙең беренсе даими гәзите – «Ведомости» үҙ эшен башлай. Мөхәррире Петр I була. Хөрмәтле матбуғат ветерандары, журналистар, матбуғат өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәр! Һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнөБөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө
Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө

Башҡортостанда хәҙерге көндә көн һайын республика тормошон яҡтыртҡан дәүләт һәм шәхси гәзит-журналдар, теле-радиостудиялар, интернет баҫмалар бар. Тармаҡта меңәрләгән кеше эшләй. "ҺӘНӘК" журналы редакцияһы ла  Яңы 2025  йылға ҙур өмөттәр бағлай һәм, баҫмабыҙ киләсәктә лә донъя күрер, тоғро дуҫтарын ҡыуандырып торор, тип ышана.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас