+28 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
15 Января 2025, 11:00

15 ғинуар күренекле шәхес, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында (15 ғинуар)  Дүртөйлө районы Әсән ауылында донъяға килгән.  Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала. Бәләкәйҙән уҡырға зирәк булған малай, өйҙәге бөтә китаптарҙы ла уҡып, уларҙан үҙенә ғилем туплап үҫә. Иң яратып уҡыған һәм яттан һөйләгән әҫәрҙәре шағир Ғ. Туҡайҙыҡы була. 

15 ғинуар күренекле шәхес, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл15 ғинуар күренекле шәхес, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл
15 ғинуар күренекле шәхес, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл

Шәйехзада Бабич ауылда алған белем менән генә ҡәнәғәт булмай. Ул Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй, әҙәби түңәрәктәргә йөрөй. Ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Бабичтың үҙе яҙған тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Эй Китап» шиғыры менән башланып китә. Һәм ошо йыйынтыҡта башҡорт поэзияһында беренселәрҙән булып яратҡан яҙыусыһы Ғабдулла Туҡайға арналған «Ғабдулла әфәнде Туҡаев», «Туҡай үлгәс» шиғырҙары инә. Шағир Башҡортостанда йәшәгән кешеләргә, матур тәбиғәтенә һоҡлана. Шәйехзада Бабич башҡорт һәм татар әҙәбиәт донъяһында үҙенсәлекле юморист һәм сатирик булараҡ та киң танылған шағир, һәм ул был өлкәлә «Сеп-сеп наҙан» «Ғазазил» сатирик поэмаһын, «Ҡандала» балладаһын яҙа. Әммә Бабичтың ғүмере бик ҡыҫҡа була, ул тик 24 кенә йыл йәшәгән. Поэтиканы байытыуҙа, әҙәби телде тыуҙырыуҙа уның хеҙмәте айырыуса ҙур була. Ул тыуған еренә һәм халҡына һәйөү менән йәшәгән һәм ижад иткән. Шәйехзада Бабич ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә бай поэтик мираҫ ҡалдырған яҙыусы.

«ҠАНДАЛА»
(Баллада)

Ҡайғы бөтһөн, көлдөрә бир, көлкө баш,
Әйҙә көлдөр ҙә халыҡтың күңелен ас.
Һин ҡыҙыҡ һүҙҙәр һөйлә, көлһөн халыҡ,
Шул ҡыҙыҡтан ғәйебеңде күрһен халыҡ.

Нәҡ бына башымда арбалар йөрөй,
Шаулашып тулҡынлы даръялар йөрөй;
Әллә ниҙәр ыҙғыша, сыр-сыу килә,
Нәҡ бына ыҙғышсы мәрйәләр йөрөй.

Йонсола күкрәк еңелсә моң менән,
Эҫеһе бөткән йылы мунса һымаҡ;
Тап ҡолағымда ҡыҙыҡ һүҙҙәр йөрөй,
Аңламайым үҙем шуны, русса һымаҡ.

Кәүҙә тик салҡан, ятаҡ буйлап ята,
Тәмле итеп йоҡлау уйын уйлап ята;
Йоҡлағы килмәй әле, тип күҙҙәрем
Керпек аҫтынан ғына уйнап ята.

Ауырая тән, һәр минутта ауырая,
Ныҡ баҫа албаҫтылы епшек һауа;
Шул һауанан кәүҙәгә шаулап яуа
Тындыра һәм йоҡлата торған дауа.

Йоҡлағандай булды тән иҙрәп, тынып,
Ҡалды тик күҙҙәр йомолмай, яҡтырып.
Шул сағында, йоҡланы был кәүҙә, тип,
Йә, Хоҙай, китәм кәсепкә — ауға, тип.

Бер ярыҡтан сыҡты ла бер ҡандала
«Юл йыраҡ икән, ҡәһәр! — тип ҡарғана.
Шунда уйлай: «Булһа, булһын юл йыраҡ,
Нишләйем һуң, ҡалһа, ҡалһын ил илап;

Бер барып етһәм, бер айлыҡ ҡан алам», —
Тип, асыҡҡан ҡандалам һалды ҡәҙәм.
Эй киләлер ашығып-ашығып, һөртөнөп,
Ҡан эсәм бит, ҡан эсәм, тип йотлоғоп.

Ашыға торғас, хәл бөтә, туҡтап тора,
Хәл йыйып, рәхәт аяҡ бөкләп тора.
Ул күрә: күҙҙәр минең ныҡ ялтырай,
«Ах, харап эш, күрһә!» — тип, дер ҡалтырай;

«Күрһә ул, ҡулдарҙы дәрхәл уятыр,
Унан һуң ҡул күҙҙән уттар уйнатыр...»
Шул секундта ҡандаланы күрҙе күҙ,
Бик тәрән уй даръяһына сумды күҙ...

Уйлана күҙ: «Ул да мәхлүҡ, ул да йән,
Аллаға ул да килтергәндер иман;
Шул сәбәпле мин уны бик ҡыҙғанам,
Йоҡлаһын, ҡулды уятмам, ҡуҙғамам.

Сөнки ҡул ҡанһыҙ, уҫал бер йыртҡыс нәҫел,
Әүүәл-әүүәлдән йыһан ҡоротҡос нәҫел...»
Күҙ шулай шәфҡәтле уйҙар уйланы,
Ҡандалаға һәм былай тип һөйләне:

«Әй, зәғиф йән! Аҙ ғына тор, туҡта һин,
Мин йоҡлайым, тән дә ысынлап йоҡлаһын.
Шунан ары аҡрын-аҡрын кил дә һин,
Үрмәләп сәстән, башымдан мен дә һин,

Шым ғына атлап килеп, һин ҡашҡа баҫ,
Ҡаштан ырғып төш, минең керпеккә баҫ;
Баҫ та нығытып, керпегемде ҡос, йәме!
Күҙ төбөмдән үҙ ҡанымды эс, йәме?

Нагиһан кәүҙә уянһа шул заман,
Керпегем менән сөйөрмөн — вәссәләм!»
Ошоларҙы аңлағандай ҡандала
Урынынан һөйөнә-һөйөнә ҡуҙғала:

Ҡуҙғала, кәүҙә табантын эҙ һала,
Йоҡла, тип, күҙҙәргә шунда һүҙ һала.
Күҙҙәрем йоҡлап китә ләббәйкә тип,
Инде, дуҫтым, эште яҡшы байҡа, тип,

Күҙ йомолғас, йүгерә-йүгерә ҡандала
Килде етте ярты үлгән кәүҙәгә.
Кәүҙә буйлап, башты юллап килде ул,
Баш янында аптырашта торҙо ул:

«Ай-яй... Был баш тигән тау бик бейек, —
Зарланып: — Тәңрем, нисек менәйем!» — тип,
Һуңра меҫкен мең ғазаптан тырмашып,
Үрмәләргә башланы сәстән баҫып.

Баштың уртаһына еткәс бер ваҡыт,
Төштө йығылып меҫкенем, тәкмәс атып.
Хәл йыя ла бер аҙ үткәс, Алла тип,
Инде, Тәңрем, башҡа михнәт һалма, тип,

Сәскә ырғып, баш башына үрмәләй,
Алла тигәс, дөлдөл кеүек юрғалай.
Сәс араһында хызыр-ильясмы бар,
Әллә бармы ен-пәрей, албаҫтылар?

Ник тиһәң, баш өҫтөнә ул менде тиҙ,
Шул ҡәҙәр тиҙ — тик асып йомғансы күҙ.
Башҡа менгәс, баҡты күҙҙе — күҙ йомоҡ,
Күренәлер һыуы ҡороған күл кеүек.

Күл ситендә йәш ҡамыштарҙың осо
Төҫлө күҙ керпектәренең күренеше.
Ҡандала сәстән вә маңлайҙан үтә,
«Ҡаш» исемле йәш һилал — айға етә.

Ҡашҡа баҫҡас, торҙо ул мәғрурланып,
Мин хәҙер ҡайҙа! — тигәндәй ҙурланып.
Шунда ла ҡурҡып ҡуя ул һиҫкәнеп.
Тормаһын, тип, вәхши ҡулдар иҫкәреп.

Ул шулай ҡашҡа баҫып, тетрәп тора,
Ырғый, тип, күҙ керпеге һыҡрап тора.
Тибрәнә лә керпек, уға ым бирә,
Ошолай, тип өн бирә әкрен генә:

«Тиҙ һикер, тиҙ, тиҙ һикер, ти, диуана!
Торма, мәжнүн, унда күренеп донъяға!»
Тиҙ генә керпеккә ул һикереп төшә,
Ҡаш янынан эҙҙәрен һыпырып төшә.

Ырғый, нәҡ керпек осона тап килә,
Ул аяҡтарҙы, ҡәһәр, шәп эләктерә.
Ашығып-ашығып, ҡан эсер яҡты ҡарай,
Күҙ төбөнә тиҙ генә моронон ҡаҙай.

Әл-лә-лә!.. — тип һиҫкәнеп, уянды күҙ,
Бирмәй сер, уянһа ла өндәшмәй һүҙ.
Юҡ ғәйеп, ас бит бисара, нишләһен,
Ашыға торғас, әйтмәгән бисмиллаһын!

Әйтмәгәс бисмилланы, эш уңмай шул,
Әйләнергә башлай кәүҙә лә уң вә һул.
Һәм тамаҡтың төптәре ғыр-ғыр килә,
Болғана ҡулдар, ауыҙ мыр-мыр килә.

Һиҙҙе меҫкен кәүҙәнең уянғанын,
Күрҙе ҡулдың төрлөсә болғанғанын.
Күҙ төбөнән тиҙ генә моронон ала,
Тын ғына керпектә ул төрөлөп ҡала.

Аллаға һығынып, йәнен усҡа тотоп,
Ҡалтырайҙыр исме әғзамдар уҡып...
Ҡандаланы белде ҡул керпектә тип,
Ни кәрәген бирәйем ул эткә, тип.

Бармағын күҙгә табантын һәрмәне,
Күҙ уға һис ҡандаланы бирмәне:
Һелтәне керпек менән елпеп кенә,
Ҡалды ҡулдар бармағын һелкеп кенә.

Ул шулай керпек менән сөйөлөп китә,
Баш сәләмәт ҡалды, тип һөйөнөп китә.
Ҡандаланы бирмәгәс, ҡул тырнағы
Асыу менән күҙ төбөн бер тырнаны.

Ҡандала атылып һаман күккә менә,
Кил, — ти түшәм. Әммә ул юҡҡа менә,
Сөнки осмаҡҡа унда бит юҡ һәләт,
Йөк ауыр, күктә осорға юҡ ҡанат.

Ҡандала осоноп менеп китте шулай,
Бер секунд ҡәҙәр заман үтте буғай.
«Алла!» — тигән бер тауыш бар бик яман,
Терт итеп киттем, ҡотом да ҡалмаған,

Нимә булды, тип торам, Раббым, Хоҙа,
Ни тауыш бар, ни иҙәндә зилзәлә?
Ҙур фажиғә булғанын ҡәлбем һиҙә,
Тиҙ генә күҙҙәр иҙән өҫтөн һөҙә.

Күҙ күрә ҙур фажиғә бар ваҡиғән!
Ҙур ҡаза урыны булып киткән иҙән:
Ҡандала йығылып төшөп, салҡан ята,
Эс ярылған, вулкан һымаҡ ҡан ата!

Әй, бәхетһеҙ, ҡорһағын ярған да ул,
Ҡотҡарың! — тип, саҡыра ярҙамға ул.
Ҡып-ҡыҙыл ҡан менән болғанған иҙән,
Тиңләшерлек булған ул Балҡан менән.

Шул ваҡыт был манзараны ҡул күреп,
Шатлығынан эй ҡыуанды һуң көлөп.
«Бик арыу булған, Хоҙай һуҡҡан! тине,
Ошо хәл һиңә кәрәк күптән, тине;

Сәнсел инде, ҡанға тонсоҡ, үл, ҡаҙал:
Ҡиммәтең юҡ бит һинең бер нуль ҡәҙәр!

Туйманың һин ҡан эсеп үҙ ғүмереңә,
Осраның түгелме Тәңре ҡәһәренә?
Күпме ҡан эстең, беләһеңме уны?
Тотто бит үҙеңде, күр, инсан ҡаны!

Һау сағыңдағы бөтә иптәштәрең,
Дуҫтарың, ҡәрҙәш-ырыу, юлдаштарың —
Инде барыһы килер ҙә йүгерешеп,
Үҙ ҡаның эсеп китерҙәр һөйөнөшөп!»

Һөйләне ғәйрәтләнеп ҡул төрлө һүҙ,
Иланы шәфҡәтле булған моңло күҙ.
Ҡандала ыңғырашмай ҙа тып-тын ята,
Тик: «Үләм!» — тип ҡулдарын тырпылдата.
_______
Ҡәҙәм — аяҡ.
Дәрхәл — хәҙер үк.
Нагиһан — ҡапыл, кинәт.
Ләббәйкә — «ҡушҡаныңды эшләргә әҙермен» мәғәнәһендә.
Хызыр-ильяс — мифик пәйғәмбәрҙәр.
Һилал — яңы тыуған ай.
Исме әғзам — доғалыҡ исеме.
Зилзәлә — ер тетрәү.
Ваҡиғән — ысындан да.

Шәйехзада Бабич. 1916 йыл.

Фото: uchbash.com

Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 640 бит.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас