+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
27 Март 2025, 08:00

Ныҡ әртис булғым килде

Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө. Барлыҡ сәхнә кешеләрен, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, театр һөйөүселәрҙе профессиональ байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Зөлфирә Таһированың бала саҡ  хыялы – театр. Боҙоҡ боҙоп, атайымдан әрләнһәм, мин: "Әртис булһам, телевизорҙан ҡарап, мине һағынып, илап ултырырһың әле!"- тип тороп, һөйләнә-һөйләнә илай торғайным.

Ныҡ әртис булғым килдеНыҡ әртис булғым килде
Ныҡ әртис булғым килде

Ситкә китеп, ҡайтмаҫтан гастролдәргә йөрөп, атамды зарыҡтырмаҡ булғайным, уным 37 йәшен лә тултырмай үлде лә китте.

Бала саҡта концертты ҡуя белдек инде. Кәртә башында ла, тупһала ла, урамда ла, урманда ла — ҡайҙа ғына ҡуйманыҡ! Әхирәттәрем Динара, Рәйфә менән программа төҙөп алабыҙ ҙа гастролгә сығып китәбеҙ. Иң беренсе беҙҙең күрше бабай Батис ҡарттан башлап китәбеҙ. Ул гел урамда, таяҡҡа таянып, йәйен-ҡышын ҡышҡы кәпәс, куфайка кейеп ултыра торғайны.

Бейеү ҙә һалабыҙ, йырлайбыҙ, шиғыр сығарабыҙ, таҡмаҡлайбыҙ. Етмеш төрлө һөнәребеҙ бар, әйтәгүр. Уның араһында, һеңлеләрем Нурания менән Тәнзиләнән торған, минең икенсе труппа бар.

Уларҙы инде ҡаҡҡылап-һуҡҡылап өйрәтәм. Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы беҙгә бейеү өйрәткәндә: "Аяғыңды, эсеңде!" — тип күҙен ташпайтып ҡарап, бармағы менән төртөп күрһәтеп йөрөй торғайны. Теге ике баланы бейеткән саҡта мин дә шул ФГ булып ҡыланам, дәже арттырып ебәрәм. Алға эйелә биреп, шәп-шәп атлап йөрөйөм, тегеләрҙең эсе тумзайып торһа, һуғып китәм, тыпырлай белмәһәләр тоже не сладко приходится, иртәнгелеккә өйрәнеп килергә ҡушып ҡайтарам.
Ауыл концертында ла ҡатнашабыҙ. Репетиция тип, эшкә барғандай йөрөлдө.

Рәмис менән дуҫлаша башлағас, уныһы аяҡ терәп, сәнғәткә ҡаршы булды. Яратыуым шул тиклем булгандыр инде, сәнғәт институты эргәһенән күҙем йәшләнеп үтеп китеп, документтарымды БДУ-ға тапшырҙыҡ. Эргәмдә барған Мәүлиҙә инәмә шунда әйтһәм, инәй, сәнғәткә лә биреп ҡарайыҡ, тип, уным точно индереп бирҙертер ине, Тагирҙарға ҡарап тормаҫ ине. Сөнки үҙе лә ғүмерен ҡыршыйҙар менән бәйләгән Түләшева. Она знала их язык.

БДУ-ла уҡый башлағас, спектаклгә күп йөрөнөм, аҡсам булмаһа, репетицияларына булһа ла барып ҡарай торғайным.

Бейем завклуб булғас, ул ойошторған концерттарҙа ҡатнашырға тура килә. Рәмис өндәшә алмай, әсәһенең эшен эшләп йөрөгәс. Минең хыялдар яйлап тормошҡа аша башланы. Йырға ла сығып теҙеләм, яңғыҙ бейейем, күмәк бейеүҙә лә йөрөйөм, интермедия ла ҡуябыҙ. Рәмис балалар менән өйҙә ҡала. Ҡайҙан кәрәк, ҡайным да йырсы булып сыҡты. Өсәүләшеп сыға ла китәбеҙ. Тора-бара балаларын да өйрәтеп алдым.
Тамашасылар: "Концертҡа һине күрер өсөн киләбеҙ, сәхнәгә сығып килеүеңдән көлә башлайбыҙ", - тип ҡупыртып ебәрә торғайнылар. Мин китәм, түше тулы миҙал таҡҡан атҡаҙанған артист кеүек, әллә кем булып.

Бейем пенсияға сыҡҡас, клубты ҡайнағам етәкләне. Гөлназ еңгәй менән ололарҙы ла, балаларҙы ла әҙерләп, концерттар ҡуйҙыҡ. Килендәшем фажиғәле үлеп ҡалғас, ҡайнағамдың уң ҡулы булдым. Концерттарҙың, сараларҙың башынан аҙағына тиклем алып барып еткерә инем. Мин эшләнем, ул маҡталды. Шуға ул минең яҡҡа ауыҙын асып, һүҙ әйтеү түгел, ҡарарға ла хаҡы юҡ. Бер кемдең дә килене улай поддерживать итмәй, ярҙам итмәй, уныһына иманым камил.

Ике йыл ғаиләбеҙ менән концерт әҙерләп, гастролдә йөрөнөк. Беренсеһе ғаилә йылына арналды, икенсеһе бейем менән ҡайнымдың алтын туйҙарына бағышланды. 8-9 ауылға барып ҡуйып, саҡ тынысланып ҡуя инек.

Мәктәптә эшләгәс, уҡыусыларым менән дә, коллектив менән дә концерттар ҡуйырға тура килә. Бер йылы яңы йыл байрамына уҡыусыларға сценарий сәхнәләштерҙек. Мин мәскәй әбей булдым. Арсен садикка йөрөй ине. Значит, садик балаларына ҡуйған булғанбыҙ. Сәхнәгә килеп сығыуым булды, балалар шар-шор илап, әсәләренә йәбештеләр. Минең баламдың әсәһе булмағас, алан-йолан ҡаранды ла, айыу балаһы һымаҡ тумраңлап, ағайы яғына йүгерҙе. Арыҫлан: "Арсен, ҡурҡма, әсәй бит ул, беҙҙең әсәй бит! — тип саҡ тынысландырып, ултыртып ҡуйҙы. Аҙаҡтан Арсен эргәһенән үтеп барһам:" Привет, мин һинең балаң! "- тигән була. Тотоп алмаһын, тей микән.

Шулай итеп, хыялым частично ғына булһа ла тормошҡа ашты. Өс тапҡыр киноға төштөм, икәүһендә пашти што төп роль булды.

Бер тапҡыр Рәмис беҙ ҡуйған концерттарҙы ҡарағас: "Нишләп кенә сәнғәткә барманың инде, мин нишләп ҡаршы булдым икән? "- тип үкенде.

Театр кешеһе булмаһам да, спектаклдәр ҡуйып йөрөмәһәм дә, яҙа-йоҙа концерттарҙа ҡатнашып, бейеп, күңел асып алһам, үҙемде атҡаҙанған әртис итеп тойоп, ҡайтып йығылам, үәт!

Сығанаҡ һәм фотолар: https://vk.com/public218857238?w=wall-218857238_12400

Ныҡ әртис булғым килде
Ныҡ әртис булғым килде
Автор:
Читайте нас