+28 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
3 Апрель 2025, 05:20

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы

#башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2025, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам. Йыл һайын, киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, пропагандалау һәм популярлаштырыу маҡсатында, апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә, «Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант яҙыу» акцияһы ойошторола. Ағымдағы йылда ул 26-28 апрелендә үтәсәк.

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығыТел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы
Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы

Онлай трансляция 26 апрелдә 11.00. сәғәттә башлана:  «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай.

11.00 сәғәттә акция башлана

11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

ОФЛАЙН ФОРМАТТА

  • белем биреү ойошмаларында
  • юғары уҡыу йорттарында
  • мәҙәниәт учреждениеларында
  • коммерция предприятияларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында ойошторола.
  • Онлайн-форматта яҙылған эштәр ҡабул ителә:

    @bash_dictant_bot bashdictant2025@yandex.ru

    Акцияның һөҙөмтәләре 30 көн эсендә рәсми сайтта урынлаштырыла.   

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас