+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
16 Апрель 2025, 14:50

Милли кейем көнөнә арнап

Мәҫәлән, “Йәшлек” йәштәр майҙансығында “Сәләм, дуҫтар!” тигән акцияны, “Милли кейем – әкиәттә” театрлаштырылған тамашаһын, “Башҡорт милли кейеме” мәғлүмәтле дәресен,  Ырымбурҙа Милли кейем көнөнә концерт кеүек сараларҙы үткәреү йә башлау 15 апрелгә үк билдәләнһә. Ә “Милли кейем – халҡымдың мираҫы” этно-сәйәхәте, социаль селтәрҙәрҙә “Башҡорт милли кейеме” флешмобы 14 апрелдән үк үтә. Социаль селтәрҙәрҙә “Көндәлек тормошта этностиль” фотоконкурсы 8 апрелдә иғлан ителгәйне.   Ҡайһы бер саралар 18-енән һуң да дауам итәсәк.

Милли кейем көнөнә арнапМилли кейем көнөнә арнап
Милли кейем көнөнә арнап

Милли кейем көнөндә Өфөлә ҙур байрам саралары үтәсәк.  Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана алды майҙаны, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһы, Еңеү паркы, В.И. Ленин исемендәге, Дуҫлыҡ монументы алды, Арт-Квадрат һәм башҡа майҙандар гөрләп торасаҡ.

Байрам саралары Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында ғына түгел,  Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә лә үткәреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала Милли кейем көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан бирле  сентябрь һәм апрель айҙарында  ойошторола.

#МиллиКейем2025  #НациональныйКостюм2025

Милли кейем көнөнә арнап
Милли кейем көнөнә арнап
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас