+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
24 Апрель 2025, 08:05

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн юмор жанрын үҙ иткән, сатираның нескәлектәрен яҡшы тойоп яҙған яҙыусы, журналист, шағирә Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Ырыҫҡужина тыуған көнөн билдәләй! Ул үҙенең тәрән зиһене, үткер телле яҙмалары менән генә түгел, бәлки матбуғатты үҫтереүгә индергән өлөшө, сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, халыҡ менән аралашып йөрөүе менән дә ҙур ихтирам ҡаҙанған. «Һәнәк» журналы ойошторған көлкө сараларында, матбуғат байрамдарында даими ҡатнаша, килгән ҡунаҡтарҙы көлдөрөп, баҫмабыҙҙы яратып уҡыусылар һанын арттырыуға тос өлөш индерә. Һуңғы һандарҙың береһендә донъя күргән хикәйәһен коллегаларына уҡыттырып, журналды таратыуҙа ла ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ интернет селтәрендә лә баҫмабыҙ хаҡында мәғлүмәт таратып тора. Талантлы ҡәләмдәшебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, даими илһам теләйбеҙ! Йөрәктә – йылылыҡ, күңелдә – ижад уты һүнмәһен! Ихтирам менән – «Һәнәк» журналы редакцияһы.

ҠОТЛАЙБЫҘ!ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бүләк
Ғүмере буйы бер кемгә бөртөк шырпы ла бүләк итмәгән Хөрмәт ҡарт ҡарсығының тыуған көнөнә яулыҡ һатып алырға булды. Ниәтен тормошҡа ашырам тип, ҡарсығын етәкләп, күрше урамдағы магазинға килделәр. Хөрмәт ҡарттың ни өсөн килгәнлеген күргән һатыусы Рәсимә, аптыраштан йығылып китмәҫ өсөн ишек төбөндәге эскәмйәгә барып һөйәлде.

– Бөтә яулыҡтарыңды ла күрһәт, килен, үҙебеҙ кәңәшләшеп, һайлап алырбыҙ...
Хөрмәт ҡарттың шулай кеше ҡурҡытып, иркенләп һөйләшеүенән күҙҙәре маңлайына менгән Рәсимәне бер аҙ тынысландырайым тип, Хөмәйрә ҡарсығы шат йылмайып күҙ ҡыҫҡан кеше булды.
– Тә-әк...
– Һуңынан түләүгә лә, бүлеп түләүгә лә бирмәйем түлкә. Ябынып, кире алып килһәгеҙ ҙә, хаҡын ҡайтармайым... – Рәсимә, тотлоға-тотлоға әйтә торғанын саҡ әйтеп өлгөрҙө.
– Аҡса миндә бер муҡса, бурысҡа алмайым, килен. Ҡарсығымдың тыуған көнөнә ғүмерҙә бер яулыҡ алып биреү минең өсөн шәйме ни!? Алам, кәрәкһә, күлдәген дә, камзулын да, бәлтәһен...
– Ҡуйсы, етәр, кеше ышандырып ҡуйма! Бөтәһен дә үҙем тегеп кейәм, шөкөр, машинкам бар ҙа баһа! Шәп булғас, йәштән шулай әпиреп ҡотортор инең! Бер аяғым бында, икенсеһе тегендә булғанда, бер яулыҡ менән генә ҡыуандырмаҡсыһың икән, йә, тырыштырып ҡара, — Хөмәйрә инәй ҡартының билен төрткөләне. Ә ҡортҡаһы, яулыҡтар буйынса белгесме ни, алдына һатыусы сығарып һалған яулыҡтарҙың һәр береһен йәйеп, унан ҡалһа еҫкәп, һыйпап ҡарау менән мәшғүл ине.
– Бынауһы һиңә таман инде, йә, ябын!
Хөмәйрә ҡарсыҡ эре рауза сәскәләре төшөрөлгән суҡлы шәлде иңенә һалды.
– Абау, еңгә, ҡайһылай килешә!
Рәсимә ултырған еренән һикереп үк торҙо.
– Ни хаҡ, килен? Ҡарсыҡ, йөҙөңдө асып ебәрҙе был нәмә. Алам, ошоноһон алам! – Хөрмәт ҡарт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
– Ике мең генә. Һуңғыһы. Алығыҙ.
– Һм... Ике тиһең инде... Шул тиклемгә яулыҡ була тиме? Етмәһә, килешмәй шикелле, арҡаңды кәкре итеп күрһәткән һымаҡсы. Ә быныһы?
Хөрмәт ҡарт ҡара төҫтәге бәләкәйерәгенә ынтылды.
– Юҡ инде, алһаң, ошоно алаһың, алмаһаң – шурты!. Кәкре арҡамды яулыҡ төҙәтеп ебәрмәҫ ул, бынан ары. Миңә ҡара төҫ килешмәй! – Хөмәйрә ҡарсыҡ, яулығына эҫенеп өлгөргән, алыштырғыһы килмәй, ярһып ҡуйҙы.
– Бүләктең төҫөнә ҡарамайҙар! Өндәшмәй генә ошоно ябын әле, – ҡарт яулыҡты йомарлап, ҡарсығына тотторҙо.
– Быныһы өс йөҙ тәңкә генә, китайский бит ул, кеше хәйергә ала...– һатыусы ҡыҫтырылды.
Ҡарт һатыусыға яман итеп ҡарай һалды, маңлайына бәреп сыҡҡан тир бөрсөктәрен тирләгән усы менән һыпырып һөрттө лә:
– У-у-у, кеше хәйергә насар нәмә алмайҙыр, килен, ошоно алабыҙ. Килешә ул уға, килешә, мин әйтте тиерһең. Бүләктең төҫөнә ҡараймы кеше... Тыуған көнгә бына тигәне, китеп бара ул, – тигән булды.
Шул арала, ҡарты шаярырға тырышып та, үтә етди лә, шунан ҡапыл ғына үҙен йәлләткән булып улай-былай һатыулашҡансы, Хөмәйрә ҡарсыҡ баяғы суҡлы шәлде башынан уратып ябынып, ныҡ итеп бәйләне лә, ялпылдап торған этикеткаһын йыртып алып өҫтәлгә ырғытып:
– Рәхмәт! – тине лә, яйлап баҫып ҡайтты ла китте...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас