

Беҙҙең менән сәфәрҙә журналдың биҙәлеш мөхәррире Артур Василов һәм яуаплы сәркәтип-сатирик Марат Әминев ҡатнашты. Урғаҙа ауылында осрашыу ваҡытында халыҡ юлһыҙлыҡҡа зарланды. Был мәсьәләгә битараф ҡалманыҡ: сәфәрҙән һуң Артур Василов Сибай менән Урғаҙа араһындағы юлдың ауыр хәлдәрен "көн ҡаҙағына һуҡҡан" һүрәт менән сағылдырҙы. Әлеге һүрәтте беҙ журналыбыҙҙың апрель һанында баҫтырырға кәрәк тип таптыҡ.
Сәфәребеҙ барышында Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Осрашыуҙар ойоштороуҙа, яңы дуҫтар табышыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Шулай уҡ район ауылдарындағы китапханаларҙа "Һәнәк" журналы юҡлығын белгәс, дуҫтарыбыҙҙың ярҙамына мөрәжәғәт иттек. "Семигорье" компанияһы генераль директоры Фазлетдинов Ҡадури Әбдрәхим улы ярҙамы менән Баймаҡ районының һәр китапханаһына берәр "Һәнәк" журналын бүләк итә алдыҡ. Әйткәндәй, Ҡадури Әбдрәхим улы күп йылдар инде журналыбыҙҙы ихлас күңелдән күтәрмәләп, төрлө яҡлап ярҙам итеп килә.
Хәҙер китапханасылар аҙналыҡ кәңәшмәләргә килгән һайын, ҡулдарына — һәнәк, күңелдәренә — көләс кәйеф алып ҡайтыр.