+30 °С
Болотло

ПЛАНДЫ НИСЕК ҮТӘРГӘ БЕЛДЕК

Камил ФАЗЛЫЙ Уҙған быуаттың 70-се йылдар аҙағы. Ауыл клубында шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыуға арналған ҙур йыйылыш бара. Райком, райсовет вәкилдәре, хатта Өфөнән радио хәбәрсеһе лә килгән. Район вәкиле йыйылған халыҡҡа һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:– Ни өсөн һөт тапшырыу планын үтәмәйһегеҙ? Сәбәп нимәлә?– Һөттөң үҙебеҙҙән артҡанын аккурат тапшырабыҙ, тик планды артыҡ ҙурҙан ҡуяһығыҙ бит! – тип яуапланы бер ауылдашыбыҙ.– Балаларыбыҙ ишле. Шуның өҫтәүенә яңы тыуған быҙауға ла һөт эсерергә кәрәк, – тине икенсеһе.

ПЛАНДЫ НИСЕК ҮТӘРГӘ БЕЛДЕКПЛАНДЫ НИСЕК ҮТӘРГӘ БЕЛДЕК
ПЛАНДЫ НИСЕК ҮТӘРГӘ БЕЛДЕК

– Быйылғы йәй ҡоро килде, ямғырҙар яумағас, ҡырҙа үлән юҡ, хет шаром покати! – тип ебәрҙе өсөнсөһө урыҫсалап.
Шул саҡ ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Рафиҡ ағай һүҙ алды. Ул залдағыларға һынаулы ҡараш ташлап торғандан һуң, былай тине:
– Хөрмәтле етәкселәр, хафаланмағыҙ! Һөт етерлек! Ошонда йыйылған бөтә ауылдаштар исеменән алға ҡуйылған һөт планын үтәргә һүҙ бирәбеҙ. Планды һөткә һыу ҡушып булһа ла үтәйәсәкбеҙ, ант итеп әйтәм, шулай бит, иптәштәр?!
– Улай иткәндә, әлбиттә, үтәргә була! – халыҡ ҡыуанып китте, дәррәү ҡул сапты.
Президиумда ултырған етәкселәр ҙә алҡыштарға ҡушылды. Иртәгәһен бөтә республика радионан беҙҙең ауыл йыйылышындағы сығыштарҙы көлә-көлә ябырылып тыңлай ине. Ҡайһы ғына тарафтарға барып сыҡһаҡ та:
– Рафиҡ ағай һөт планын тултырамы унда? – тип, шаян һорауҙар биреп ҡаршыланылар.

Автор:
Читайте нас