

Халыҡ йыйнаған барлы-юҡлы аҡсаһын илтеп тапшыра. «Башҡорт истребителе» авиаэскадрильяһын, «Башҡортостан комсомолы» һәм «Башҡортостан пионеры» танк ылауын төҙөүгә бик күп аҡса йыйыла. Башҡорт АССР-нан Бөйөк Ватан һуғышына 700 мең ашыу кеше китә, уларҙың 300 мең тирәһе һәләк була. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 278 яугиргә - Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 35 һалдат Дан орденының тулы кавалеры булып әйләнеп ҡайта.
https://vk.com/vatandash_journal