

Сәхнәгә беренселәрҙән булып Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов менән йырсы, артист, эшҡыуар Валерий Назаров күтәрелде. Валерий Геннадиевич «ЕвроОкна» компанияһы директоры ла әле үҙе. Улар үҙҙәренең “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада театрының концерт программаларында «Һәнәк» журналын тамашасыларға бүләк итеп йөрөйҙәр икән.
Вәлит ағай Илембәтов журнал биттәрендә баҫылып килгән сатирик шиғырҙарын уҡыны, тамашасыларға өр-яңы ижад емешен дә бүләк итте.
Сарала «Һәнәк»тең күптәнге авторҙары ла ҡатнашты. Шуларҙың береһе — Дүртөйлөнән килгән Илдус Тимерханов. Ул журнал менән хеҙмәттәшлеген 1980-се йылдарҙа башлауын, тәүге шиғырын баҫтырыу сирҡанысын, редакцияға мөрәжәғәт итеү мажараларын телгә алып, ихлас хәтирәләре менән бүлеште.
Әбйәлилдән килгән шағирә Нәсимә Ғайсина һәм Туймазы ҡалаһынан килгән шағирә Нәжиә Гәрәева – икеһе лә «Һәнәк» менән ижади дуҫлыҡтары хаҡында һөйләне. Уларҙың шиғри сығыштары тамашаның рухи йөҙөн нығытты, шаян һүҙ менән моңло һүҙ бергә үрелеп барҙы.
Күптәргә таныш йырсы Харис Шәрипов – «Һәнәк»тең күптәнге дуҫы – үҙенең дәртле, моңло йырҙары менән сәхнәне гөрләтте, халыҡтың алҡыштарын йыйҙы.
Сатирик Леонид Соколов үҙенең үткер телле шиғырҙары, афоризмдары, фәлсәфәле фекерҙәре менән тамашасыларҙы уйға һалдырып та, йылмайтып та өлгөрҙө. Уның һәр юлында көс, һәр һүҙендә мәғәнә.
Сараға яҙыусы, журналист Гөлфиә Юнысова ла килеп, «Һәнәк»кә арнаған көләс шиғырын уҡыны. Күп йылдар күрше редакцияла эшләп, ижади аралашыуҙы һаҡлаған шағирәне халыҡ ихлас ҡаршыланы.
Байрамдың сағыу нөктәһен Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов ҡуйҙы. Ул – «Һәнәк»тең элекке баш мөхәррире, көләсиктең тере легендаһы. Уның сәхнәләге һәр телмәре – тапҡыр һүҙ, үткер фекер, төплө иҫтәлек.
Сараға билдәле әҙибә, журналыбыҙҙың күптәнге дуҫы Лира Яҡшыбаева ла килеп, “Һәнәк”кә ярты йылға яҙылды һәм биҙәлеш мөхәррире Артур Василов төшөргән шаржды алып, ихлас һөйөндө. Артур ул көндө әллә нисә образда – рәссам, фотоға төшөрөүсе, шаржсы һәм костюм оҫтаһы булараҡ эшләне.
Ә Вәлит ағай Илембәтов үҙенә генә түгел, тыуған ауылының китапханаһына ла «Һәнәк» яҙҙырып алып ҡайтты. Был мәлде, әлбиттә, Артур Василов камераһы менән ваҡытҡа теркәп өлгөрҙө.
«Һәнәк» халыҡ менән. Халыҡ – «Һәнәк» менән. Ижад – бергә. Йөрәк – асыҡ. Көлкө – саф!
Шундай тамашалар менән генә түгел, шундай дуҫтар менән йәшәйбеҙ, ҡәҙерлебеҙ, кәрәкбеҙ!
Һәнәк ағай.